Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
2. Фессалоникийцам
1 2 3
Параллельные места
Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер. Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә алынды һәм болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе. Ғайсаның күтәрелеүен күҙәтеп, күккә текәлеп ҡарап торғанда, ҡапыл илселәр янында аҡтан кейенгән ике ир заты пәйҙә булды. Улар: – Галилея ир-уҙамандары! Ниңә һеҙ күккә текәлеп тораһығыҙ? Ғайса, үҙегеҙ күргәнсә, һеҙҙең янығыҙҙан нисек күтәрелгән булһа, шул рәүештә үк яңынан киләсәк, – тине. Бойороҡ ишетелгәндә, баш фәрештәнең саҡырыуы һәм Алла борғоһоноң тауышы аҫтында күктән Раббы Үҙе төшәсәк һәм Мәсихкә ышаныу менән үлгәндәр беренсе булып тереләсәк. Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асылғандан һуң, Раббы Ғайса уны Үҙенең тыны менән үлтерер һәм Үҙе килгән саҡтағы балҡышы менән юҡ итер. Енох, Әҙәм быуынындағы етенсе кеше, улар тураһында ла пәйғәмбәрлек ҡылып былай тигән: «Бына Үҙенең иҫәпһеҙ-һанһыҙ изгеләре менән Раббы килер.
2. Фессалоникийцам
1 2 3
Выбор основного перевода