Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
2. Фессалоникийцам
1 2 3
Параллельные места
Мин һеҙҙең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшәм, һеҙгә ныҡ ышанам, һеҙҙең менән бик ғорурланам. Күңелем йыуаныс менән тулы, һәр төрлө ҡайғы-хәсрәттәребеҙгә ҡарамаҫтан, ҡыуанысым сикһеҙ ҙур. Шулай итеп, уның алдында һеҙҙе күпмелер маҡтағанмын икән, мин оятҡа ҡалманым. Киреһенсә, беҙ һеҙгә һөйләгән бөтә нәмә дөрөҫ булған кеүек, Тит алдында маҡтаныуыбыҙ ҙа дөрөҫ булып сыҡты. Имандаштар, һеҙ ҙә Ғайса Мәсихтең Йәһүҙиәлә урынлашҡан Алла берҙәмлектәре кеүек булдығыҙ, сөнки, улар йәһүдтәрҙән яфа сиккән кеүек, һеҙ ҙә үҙ милләттәштәрегеҙҙән ыҙа күрҙегеҙ. Раббыбыҙ Ғайса килгән саҡта кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ һәм маҡтау тажыбыҙ булыр һуң? Һеҙ түгелме ни? Түҙемлек кисергәндәрҙе беҙ бәхетле тип атайбыҙ. Һеҙ Әйүптең түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ, сөнки Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле. Мин, Яхъя, Ғайсаныҡы булып һеҙҙең менән бергә ғазап сигеүҙәрҙе, Батшалыҡты һәм сыҙамлыҡты уртаҡлашыусы имандашығыҙ, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауҙа булдым.
2. Фессалоникийцам
1 2 3
Выбор основного перевода