Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Тимофею
1 2 3 4 5 6
Параллельные места
Һеҙҙең, Мәсихтең мәрхәмәте менән саҡырып алған Саҡырыусығыҙҙы тиҙ арала ташлап, ниндәйҙер икенсе бер «һөйөнөслө хәбәр»гә күсеүегеҙ ғәжәпләндерә. Әммә башҡа төрлө Һөйөнөслө Хәбәр юҡ! Һеҙҙең башығыҙҙы бутап, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе боҙорға теләүсе кешеләр генә бар. Хатта беҙ ҙә йәки күктәге берәй фәрештә лә беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡа икенсе берәй Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итә башлаһа, ләғнәт төшһөн. Элек әйткәйнек инде, хәҙер яңынан ҡабатлайым: берәйһе һеҙ бығаса ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡаны иғлан итә ҡалһа, уға ләғнәт яуһын! Ғайса Мәсих аша бирелгән мөхәббәттә һәм иманда тороп, минән ишеткән хаҡ тәғлимәтте өлгө итеп тот. Алла хеҙмәтсеһе һәм Ғайса Мәсих илсеһе Павелдан хат. Алла тарафынан һайлап алынғандарҙың иманын нығытыу һәм ихлас табыныуға илтеүсе хәҡиҡәтте танып белеүгә килтереү өсөн ебәрелдем мин.
1. Тимофею
1 2 3 4 5 6
Выбор основного перевода