Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Тимофею
1 2 3 4 5 6
Параллельные места
Ҡолдар, Мәсихкә итәғәтле булған кеүек, ерҙәге хужаларығыҙға ла ихтирамлы рәүештә һәм ҡурҡыу аша ихлас күңелдән итәғәтле булығыҙ. Алла һүҙенә хурлыҡ килмәһен өсөн, йәштәргә ирҙәрен, балаларын яратырға тигән аҡыл бирһен, тотанаҡлы, саф, йорт-ҡураһы тураһында хәстәрлекле, яҡшы күңелле, үҙ ирҙәренә күндәм булһын. Ир-егеттәрҙе лә һәр нәмәлә тотанаҡлы булырға өйрәт. Уларға бөтә яҡшы эштәрҙә лә яҡшы өлгө күрһәт, ә өйрәткәндә намыҫыңа тоғро һәм етди бул, дәлилдәрең дөрөҫ һәм кире ҡаҡмаҫлыҡ булһын. Шулай ҡаршы килеүселәр бер ниндәй ҙә насар һүҙ әйтерлек урын тапмайынса оятҡа ҡалыр. Ҡолдар һәр нәмәлә хужаларына буйһонһон, ярарға тырышһын, бәхәсләшмәһен, урлашмаһын тип нәсихәт бир, улар һәр нәмәлә үҙҙәренең тоғро булыуҙарын күрһәтергә тейеш. Шулай итеп, улар Ҡотҡарыусыбыҙ Алла тәғлимәтенең күркәмлеге булып торасаҡ.
1. Тимофею
1 2 3 4 5 6
Выбор основного перевода