Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Тимофею
1 2 3 4 5 6
Параллельные места
Ярышыусыларҙың бөтөнөһө лә ныҡлап шөғөлләнә. Улар быны һулый торған таж алыу өсөн эшләһә, беҙ ынтылған таж иһә бер ҡасан да һулымай торған. Шуға күрә лә мин маҡсатһыҙ йүгергән кеше кеүек йүгермәйем, һауаға һуғыусы кеүек тә киҙәнмәйем. Тимофей улым, һинең турала элек һөйләнгән пәйғәмбәрлек һүҙҙәре буйынса, үҙемдең әмеремде тағы ҡабатлайым: һин, уларға таянып, яҡшы көрәш алып бар, Минән күп шаһиттар алдында ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә ышанып тапшыр. Өлөшөңә төшкән ғазаптарҙы Ғайса Мәсихтең тоғро көрәшсеһе һымаҡ үҙ өҫтөңә алырға әҙер бул. Бер ниндәй хәрби хеҙмәткәр ҙә үҙен донъяуи мәшәҡәттәр менән бәйләмәй, ул фәҡәт етәксеһенә ярарға тырыша. Шулай уҡ ҡағиҙәне тотмаған ярышыусы еңеү тажына лайыҡ булмай. Тир түгеп эшләгән игенсе үҙенең хеҙмәт емешен беренсе булып алырға тейеш. Мин әйткәндәр тураһында уйла. Раббы һиңә быларҙың барыһын да аңларға ярҙам итәсәк.
1. Тимофею
1 2 3 4 5 6
Выбор основного перевода