Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Тимофею
1 2 3 4 5 6
Параллельные места
Шуға күрә Мин һеҙгә әйтәм: кешеләрҙең бөтөн гонаһтары һәм көфөр һүҙҙәре кисерелер, әммә Алла Рухына ҡарата көфөр һүҙ әйтеү кисерелмәҫ. Ә Савл имандаштар берҙәмлеген йәберләй башланы. Ул өйҙән-өйгә йөрөнө, ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы һөйрәп алып сығып төрмәгә япты. Савлдың иһә Раббының шәкерттәренә ҡарата һарыуы ҡайнап, уларға үлем менән янаны. Ул иң баш руханиҙан шул юлдан барыусы ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла ҡулға алыу һәм Иерусалимға алып килеү вәкәләтен бирә торған хат һорап алды. Хат Дамаск ғибәҙәтханалары өсөн ине. Дөрөҫөн әйткәндә, мин илселәрҙең иң кесеһе. Алла берҙәмлеген эҙәрлекләгәнем өсөн илсе тип аталырға ла лайыҡ түгелмен. Һеҙ минең йәһүд динендәге элекке йәшәү рәүешем хаҡында ишеттегеҙ. Ул саҡта мин Алла берҙәмлеген аяуһыҙ эҙәрлекләнем һәм юҡҡа сығарырға тырыштым.
1. Тимофею
1 2 3 4 5 6
Выбор основного перевода