Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Тимофею
1 2 3 4 5 6
Параллельные места
Савлдың иһә Раббының шәкерттәренә ҡарата һарыуы ҡайнап, уларға үлем менән янаны. Ул иң баш руханиҙан шул юлдан барыусы ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла ҡулға алыу һәм Иерусалимға алып килеү вәкәләтен бирә торған хат һорап алды. Хат Дамаск ғибәҙәтханалары өсөн ине. Юлда барғанда, инде Дамаскыға яҡынлашып килгәндә, ҡапыл Савлдың тирә-яғы күктән төшкән яҡтылыҡтан балҡып китте. Ул ергә йығылды һәм: – Савл, Савл! Ниңә Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте. – Һин кем, Әфәнде? – тип һораны Савл. – Мин – һин эҙәрлекләгән Ғайса, – тип яуап бирҙе тауыш. – Тор ҙа ҡалаға бар. Нимә эшләргә кәрәклеге һиңә унда әйтелер. Савл менән бергә булған кешеләр өнһөҙ ҡатып ҡалды. Улар тауышты ишетте, әммә һис кемде күрмәне. Савл ерҙән торҙо, ләкин, күҙҙәре асыҡ булһа ла, бер нәмә лә күрмәне. Шунлыҡтан Дамаскыға уны етәкләп алып килделәр. Өс көн буйы уның күҙҙәре күрмәне, ул ашаманы ла, эсмәне лә. Дамаскыла Анания исемле бер шәкерт бар ине. Ул күргән илаһи күренмештә Раббы: – Анания! – тип өндәште. – Эйе, Раббым, – тине ул. – Тор ҙа Тура урам тип аталған урамға бар. Йәһүҙә йәшәгән өйгә инеп, Савл исемле тарслыны һора. Ул әлеге мәлдә доға ҡыла. Савлға илаһи күренмеш килде. Унда Анания исемле берәү уның янына килде лә, Савлдың күҙҙәре йәнә күрә башлаһын өсөн, уға ҡулдарын ҡуйҙы, – тине Раббы. – Раббым! Мин ул кешенең Иерусалимда Һинең изгеләреңә ҡаршы ни тиклем яуызлыҡтар эшләүе тураһында күптәрҙән ишеттем. Һиңә табыныусыларҙың бөтөнөһөн бында ла ҡулға алырға уның баш руханиҙарҙан вәкәләте бар, – тип яуапланы Анания. Әммә Раббы уға: – Бар, сөнки Мин уны, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылһын өсөн, башҡа халыҡтарға һәм уларҙың батшаларына, шулай уҡ Израиль халҡына Үҙемдең хеҙмәтсем итеп һайланым. Дөрөҫөн әйткәндә, мин илселәрҙең иң кесеһе. Алла берҙәмлеген эҙәрлекләгәнем өсөн илсе тип аталырға ла лайыҡ түгелмен. Әммә Алла мәрхәмәте менән мин илсе булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте. Әммә Раббы: «Мәрхәмәтем һиңә етә, сөнки Һин көсһөҙ булған һайын, Минең ҡөҙрәтем көслөрәк тәьҫир итә», – тине. Шуға ла мин, Мәсих ҡөҙрәте миндә торһон өсөн, көсһөҙлөгөм менән теләп маҡтанам. Һеҙ минең йәһүд динендәге элекке йәшәү рәүешем хаҡында ишеттегеҙ. Ул саҡта мин Алла берҙәмлеген аяуһыҙ эҙәрлекләнем һәм юҡҡа сығарырға тырыштым. Ата-бабаларыбыҙ тәғлимәттәренә мөкиббән бирелеп, үҙ халҡым араһында йәһүд динен тотҡан байтаҡ йәштәштәремә ҡарағанда күпкә алдараҡ булдым. Әсәм ҡарынынан уҡ мине һайлап алған Алла, Үҙенең мәрхәмәте менән, Улын миндә асып, йәһүд булмаған халыҡтар араһында Уның тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү өсөн билдәләгән. Тик мин бер кем менән дә кәңәшләшмәйенсә Әсәм ҡарынынан уҡ мине һайлап алған Алла, Үҙенең мәрхәмәте менән, Улын миндә асып, йәһүд булмаған халыҡтар араһында Уның тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү өсөн билдәләгән. Тик мин бер кем менән дә кәңәшләшмәйенсә Мин Алла ҡушыуы буйынса имандаштар берҙәмлеге хеҙмәтсеһе булдым. Алла һүҙен тулыһынса вәғәзләү өсөн, был эш миңә Уның тарафынан һеҙҙең хаҡҡа йөкмәтелде.
1. Тимофею
1 2 3 4 5 6
Выбор основного перевода