Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Тимофею
1 2 3 4 5 6
Параллельные места
Үҙ белдегем менән вәғәзләһәм, әжере булыр ине. Әммә мин үҙ белдегем менән башҡармайым, ә ни бары үҙемә ышанып тапшырылған хеҙмәтте үтәйем. Киреһенсә улар, сөннәтлеләр араһында Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу Петрға йөкмәтелгән кеүек, сөннәтһеҙҙәр араһында вәғәзләү миңә тапшырылғанды күрҙеләр. Һөйләгәндә кешеләргә ярарға тырышып түгел, ә йөрәктәребеҙҙе һынаусы һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа беҙҙе лайыҡлы тип тапҡан Алла ихтыярынан сығып эш итәбеҙ. Берҙән-бер мөбәрәк Түрә, Батшаларҙың Батшаһы һәм Хакимдарҙың Хакимы, ваҡыты еткәс Ғайса Мәсихте ебәрәсәк. Шулай итеп, Раббыбыҙ тураһында шаһитлыҡ биреүҙән дә, Уның хаҡына тотҡон булған минән дә оялма; ә минең менән бергә Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына Алланың көс-ҡеүәтенә таянып ғазаплан. Хәҙер беҙ был мәрхәмәтте Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих килгәс күрҙек. Ул үлемде юҡ итте һәм Һөйөнөслө хәбәр аша йәшәү менән үлемһеҙлекте күрһәтте.
1. Тимофею
1 2 3 4 5 6
Выбор основного перевода