Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Фессалоникийцам
1 2 3 4 5
Параллельные места
Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Уның Үҙе алдында Мәсих аша ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ. Уның урынына, йәшерен хурлыҡлы эштәрҙән баш тартып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең намыҫ хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ. Йөрәгегеҙҙә беҙгә урын бирегеҙ. Беҙ бер кемде лә рәнйетмәнек, бер кемгә лә зыян эшләмәнек, алдап, бер кемдән дә файҙа эҙләмәнек. Һеҙҙе күтәрергә теләп, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен бушлай вәғәзләүем менән үҙемде түбәнһетеп, гонаһ ҡылдыммы әллә? Беҙ һеҙгә Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең ҡөҙрәте һәм Уның килеүе тураһындағы оҫта ғына уйлап сығарылған хикәйәттәргә эйәреп түгел, ә Уның бөйөклөгөн үҙ күҙҙәре менән күргән кеше булараҡ һөйләнек.
1. Фессалоникийцам
1 2 3 4 5
Выбор основного перевода