Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Фессалоникийцам
1 2 3 4 5
Параллельные места
Ҡыҙҙың хужалары, табыш алырға булған өмөттөң юҡҡа сығыуын күреп, Павел менән Силаны тотоп алдылар ҙа майҙанға ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып киттеләр. Уларҙы идарасылар ҡаршыһына килтерҙеләр һәм: – Был кешеләр – йәһүдтәр. Улар беҙгә, римлыларға, ҡабул итергә лә, башҡарырға ла ярамаған йолаларҙы вәғәзләп, ҡалала тынысһыҙлыҡ тыуҙыра, – тинеләр. Уларҙы идарасылар ҡаршыһына килтерҙеләр һәм: – Был кешеләр – йәһүдтәр. Улар беҙгә, римлыларға, ҡабул итергә лә, башҡарырға ла ярамаған йолаларҙы вәғәзләп, ҡалала тынысһыҙлыҡ тыуҙыра, – тинеләр. Халыҡ та Павел менән Силаға ҡаршы сыҡҡан кешеләргә ҡушылды. Ҡала идарасылары йолҡҡослап уларҙың кейемдәрен систерҙе һәм таяҡ менән һуҡтырырға бойорҙо. Ныҡ ҡына туҡмағандан һуң, уларҙы төрмәгә ташланылар һәм төрмә ҡарауылсыһына тотҡондарҙы бик ҡаты һаҡларға бойорҙолар. Шундай әмер алғас, ҡарауылсы уларҙы төрмәнең эске бүлмәһенә япты һәм аяҡтарын ағас ҡыҫмаға һуғып ҡуйҙы. Илселәр, Амфиполь һәм Аполлония ҡалалары аша үтеп, Фессалоника ҡалаһына килеп етте. Унда йәһүдтәр ғибәҙәтханаһы бар ине. Павел, ғәҙәттәгесә, ғибәҙәтханаға килде һәм өс шәмбе рәттән йәһүдтәр менән Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр тураһында әңгәмә ҡорҙо. Уларға Мәсихтең ғазап сигергә һәм үленән терелергә тейешлеген аңлатты һәм иҫбат итте. – Мин һеҙгә Ғайса хаҡында вәғәз әйтәм һәм шул Ғайса – Мәсих, – тине Павел. Йәһүдтәрҙең ҡайһы берҙәре, шулай уҡ Аллаға хөрмәт күрһәтеүсе бик күп гректар һәм уларҙың күп кенә күренекле ҡатын-ҡыҙҙары иманға килде һәм Павел менән Силаға ҡушылды. Ләкин бүтән йәһүдтәр быға көнләшеп, баҙар майҙанындағы йүнһеҙ кешеләрҙе йыйып, ҡалала бола ҡуптарҙы. Павел менән Силаны халыҡ алдына алып сығыу өсөн, уларҙы Иасондың өйөнә барып эҙләнеләр. Һеҙ мин алып барған көрәште үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ, ишетеп тә тораһығыҙ һәм, шулай уҡ, көрәшәһегеҙ. Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, Мәсихтең миндәге ҡеүәтле эш иткән көсө менән бергә көрәшеп, үҙ-үҙемде аямайынса хеҙмәт итәм. сөнки беҙҙең Һөйөнөслө Хәбәребеҙ һеҙгә һүҙ аша ғына түгел, ә Алла ҡөҙрәте, Изге Рух һәм тәрән ышаныуыбыҙ аша барып етте. Был һеҙгә билдәле, сөнки беҙ бергә ваҡытта һеҙҙең өсөн нисек йәшәгәнлегебеҙҙе беләһегеҙ.
1. Фессалоникийцам
1 2 3 4 5
Выбор основного перевода