Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Фессалоникийцам
1 2 3 4 5
Параллельные места
Имандаштар, мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙең кеше уйҙырмаһы булмауын белегеҙ, мин уны кешеләрҙән ҡабул итмәнем һәм уларҙан өйрәнмәнем, уны миңә Ғайса Мәсих асып бирҙе. Һыуға сумдырылған саҡта Уның менән бергә ерләндегеҙ һәм, Уны үленән терелткән Алланың ҡөҙрәтенә ышаныу арҡаһында, Уның менән бергә терелдегеҙ. Беҙ һәр ваҡыт, доғаларыбыҙҙа һеҙҙе иҫкә алып, бөтөнөгөҙ өсөн дә Аллаға рәхмәттәр әйтәбеҙ. сөнки беҙҙең Һөйөнөслө Хәбәребеҙ һеҙгә һүҙ аша ғына түгел, ә Алла ҡөҙрәте, Изге Рух һәм тәрән ышаныуыбыҙ аша барып етте. Был һеҙгә билдәле, сөнки беҙ бергә ваҡытта һеҙҙең өсөн нисек йәшәгәнлегебеҙҙе беләһегеҙ. Һәм һеҙ, беҙҙе һәм Раббыны өлгө итеп алып, күп ғазаптар кисерһәгеҙ ҙә, был Хәбәрҙе Изге Рухтан килгән ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттегеҙ.
1. Фессалоникийцам
1 2 3 4 5
Выбор основного перевода