Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Фессалоникийцам
1 2 3 4 5
Параллельные места
Ә шәкерттәрҙең күңеле ҡыуаныс һәм Изге Рух менән тулы ине. Ләкин бүтән йәһүдтәр быға көнләшеп, баҙар майҙанындағы йүнһеҙ кешеләрҙе йыйып, ҡалала бола ҡуптарҙы. Павел менән Силаны халыҡ алдына алып сығыу өсөн, уларҙы Иасондың өйөнә барып эҙләнеләр. Илселәрҙе тапмағас, Иасонды һәм иман тотоусы ҡайһы бер кешеләрҙе ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып килделәр. – Бөтә ерҙә бола күтәреп, тыныслыҡты боҙоп йөрөүселәр бында ла килгән. Ә Иасон уларҙы үҙ өйөнә индергән. Улар барыһы ла ҡайсарҙың әмерҙәренә ҡаршы сығып, башҡа берәүҙе – Ғайсаны батша тип иҫәпләй, – тип ҡысҡырҙылар. Был һүҙҙәр халыҡты һәм ҡала башлыҡтарын хафаға һалды. Ә Иасонды һәм башҡаларҙы, иреккә сығыу өсөн билдәләнгән күләмдә аҡса түләттергәс, ҡайтарып ебәрҙеләр. Шул төндә үк имандаштары Павел менән Силаны Верия ҡалаһына оҙатты. Верияға барып еткәс, Павел менән Сила йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына китте. Шуға күрә үтенеп һорайым: минән өлгө алығыҙ. Мин Мәсихтән өлгө алған кеүек, һеҙ ҙә минән өлгө алығыҙ. Имандаштар, минән өлгө алығыҙ һәм беҙ күрһәткән өлгө буйынса йәшәүселәргә иғтибар итегеҙ. Имандаштар, һеҙ ҙә Ғайса Мәсихтең Йәһүҙиәлә урынлашҡан Алла берҙәмлектәре кеүек булдығыҙ, сөнки, улар йәһүдтәрҙән яфа сиккән кеүек, һеҙ ҙә үҙ милләттәштәрегеҙҙән ыҙа күрҙегеҙ. Шулай итеп, алда әйтелгәндәрҙе ҡабул итмәүселәр кешене түгел, ә һеҙгә Изге Рухын ебәреүсе Алланы кире ҡаға. Нисек йәшәргә кәрәклекте беҙҙең өлгө буйынса үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Беҙ һеҙҙең менән йәшәгән саҡта ялҡауланманыҡ, талап итергә хаҡыбыҙ булмаған кеүек түгел, ә беҙгә эйәреп эшләгеҙ тип, һеҙгә өлгө күрһәттек.
1. Фессалоникийцам
1 2 3 4 5
Выбор основного перевода