Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Фессалоникийцам
1 2 3 4 5
Параллельные места
Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә алынды һәм болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе. Ғайсаның күтәрелеүен күҙәтеп, күккә текәлеп ҡарап торғанда, ҡапыл илселәр янында аҡтан кейенгән ике ир заты пәйҙә булды. Улар: – Галилея ир-уҙамандары! Ниңә һеҙ күккә текәлеп тораһығыҙ? Ғайса, үҙегеҙ күргәнсә, һеҙҙең янығыҙҙан нисек күтәрелгән булһа, шул рәүештә үк яңынан киләсәк, – тине. Әммә Алла, үлем бығауҙарын өҙөп, Ғайсаны терелтте, сөнки үлем Уның алдында көсһөҙ ине. Алла ғаләмдәге бар халыҡты ғәҙел хөкөм итеү көнөн билдәләне бит. Хөкөмдө Ул Үҙе билдәләгән Зат аша башҡарыр. Алла, ул Затты үленән терелтеп, бының ысынлығын һәр кемгә иҫбат итте, – тине Павел. Шулай итеп, Уның түгелгән ҡаны аша аҡланыуыбыҙ айҡанлы, Алланың асыуынан һис һүҙһеҙ ҡотоласаҡбыҙ. Ул, хеҙмәтегеҙҙең етешмәгән яҡтарын еренә еткереү өсөн, үҙ ғүмерен Мәсих эше хаҡына ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үлемдән саҡ тороп ҡалды. Раббыбыҙ Ғайса килгән саҡта кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ һәм маҡтау тажыбыҙ булыр һуң? Һеҙ түгелме ни? Бойороҡ ишетелгәндә, баш фәрештәнең саҡырыуы һәм Алла борғоһоноң тауышы аҫтында күктән Раббы Үҙе төшәсәк һәм Мәсихкә ышаныу менән үлгәндәр беренсе булып тереләсәк. Алла беҙҙе Үҙенең асыуына дусар итеү өсөн түгел, ә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләне. Шул уҡ ваҡытта беҙ ҡыуаныслы өмөтөбөҙ – бөйөк Аллабыҙ ҙа, Ҡотҡарыусыбыҙ ҙа булған Ғайса Мәсихтең шөһрәте күренеүен көтәбеҙ. Әгәр бөтә нәмә шулай тарҡаласаҡ икән, һеҙ ниндәй кешеләр булырға тейешһегеҙ һуң? Алла көнөн көткәндә, һәм ул көндөң тиҙерәк килеүе өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләгәндә, тормошоғоҙ изге булырға һәм Аллаға ихлас табынырға тейешһегеҙ. Ул көндә күк утта янып тарҡаласаҡ һәм күк есемдәре ҡыҙыулыҡтан эреп бөтәсәк.
1. Фессалоникийцам
1 2 3 4 5
Выбор основного перевода