Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Фессалоникийцам
1 2 3 4 5
Параллельные места
Иң элек Ғайса Мәсих аша һәммәгеҙ өсөн Аллама рәхмәттәр күндерәм, сөнки иманығыҙ тураһында бөтөн донъяла һөйләйҙәр. Һеҙҙе доғаларымда туҡтауһыҙ иҫкә алыуыма Алла шаһит: Уның Улы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итеп, Уға бөтөн рухым менән хеҙмәт итәм. доғаларымда иҫкә алып, Аллаға һеҙҙең өсөн бер туҡтауһыҙ рәхмәт әйтәм Һеҙҙе иҫкә төшөргән һайын, мин Аллама рәхмәттәр уҡыйым, бөтөнөгөҙ өсөн ҡылған доғаларымды һәр ваҡыт ҙур шатлыҡ менән башҡарам, Һеҙҙең хаҡҡа доға ҡылғанда Аллаға, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһына, һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ, Беҙ, имандаштар, Аллаға һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт лайыҡлы рәүештә рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки һеҙҙең иманығыҙ сикһеҙ арта бара һәм һәр берегеҙҙең үҙ-ара һөйөүе үҫә. Шуға күрә беҙ, Алла һеҙҙе Үҙе саҡырған мәңгелек тормошҡа лайыҡлы итһен, имандан килгән һәр яҡшы ниәтегеҙҙе Үҙенең көсө менән бойомға ашырһын тип, һеҙҙең өсөн гел доға ҡылабыҙ.
1. Фессалоникийцам
1 2 3 4 5
Выбор основного перевода