Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
әммә быларҙың барыһы ла тулғаҡ тотоу ғазаптарының башланыуы ғына. Алтынсы фәрештә кәсәһен бөйөк Ефрат йылғаһына түкте: уның һыуы ҡояш ҡалҡҡан яҡтан киләсәк батшаларға юл әҙер булһын өсөн кипте. Мин аждаһаның да, януарҙың да, ялған пәйғәмбәрҙең дә ауыҙынан баҡаға оҡшаған өс шаҡшы рух сығыуын күрҙем. Улар – мөғжизәләр күрһәтеүсе шаҡшы рухтар. Улар бөтөн донъя батшаларын сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғышҡа йыйыр өсөн сыҡты. «Бына ҡараҡ кеүек көтмәгәндә киләм: яланғас йөрөмәҫ һәм хурлығы күренмәһен өсөн уяу торған һәм кейемдәрен тәртиптә тотҡан кеше бәхетле!» Шаҡшы рухтар батшаларҙы йәһүд телендә «Армагеддон» тип аталған урынға йыйҙы. Етенсе фәрештә кәсәһен һауаға түкте: Алла Йортонан, тәхеттән: – Тамамланды! – тигән көслө тауыш яңғыраны. Мин күктең асылыуын күрҙем. Унда аҡ ат бар ине һәм уның өҫтөндәге һыбайлыһын Тоғро һәм Хаҡ тип атайҙар ине. Уның хөкөм итеүе һәм һуғыш алып барыуы ғәҙел. Уның күҙҙәре ут ялҡыны кеүек, ә башында – бик күп таждар. Уға Үҙенән башҡа бер кем белмәй торған исем яҙылған. Ул ҡанға батҡан кейем кейгән һәм Уның исеме – Алла һүҙе. Уның артынан аҡ аттарға атланған аҡ, таҙа, нәфис етендән кейем кейгән күк ғәскәрҙәре эйәргән. Уның ауыҙынан, халыҡтарға һуғыр өсөн үткер ҡылыс сығып тора, һәм улар өҫтөнән тимер таяҡ менән Ул Үҙе хакимлыҡ итәсәк. Ул сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың ярһыулы нәфрәт шарабын әҙерләп, иҙгестә йөҙөм иҙәсәк. Уның кейемендә һәм янбашында: «Батшаларҙың батшаһы һәм Хакимдарҙың Хакимы» тигән исем яҙылған. Шунан һуң мин ҡояшта тороусы бер фәрештәне күрҙем. Ул күк йөҙө буйлап осоусы бөтөн ҡоштарға мөрәжәғәт итеп көслө тауыш менән ҡысҡырҙы: – Осоп килегеҙ, Алланың бөйөк мәжлесенә йыйылығыҙ! Батшаларҙың һәм ғәскәр башлыҡтарының, көслөләрҙең, аттарҙың һәм уларҙың һыбайлыларының мәйеттәрен, бөтөн иреклеләрҙең дә, ҡолдарҙың да, ябай кешеләрҙең дә, бөйөктәрҙең дә мәйеттәрен ашағыҙ. Шунда мин януарҙы, ерҙәге батшаларҙы һәм уларҙың ғәскәрҙәрен, атта Ултырыусыға һәм Уның ғәскәренә ҡаршы һуғышырға тип йыйылғандарын күрҙем. Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды. Ә ҡалғандары атта Ултырыусының ауыҙынан сығып торған ҡылыс менән үлтерелде һәм барлыҡ ҡоштар уларҙың мәйетен ашап туйынды.
Выбор основного перевода