Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар. Арағыҙҙан ҡайһы атай балыҡ һораусы улына балыҡ урынына йылан тотторор? Йәки йомортҡа һораған саҡта саян бирер? Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яуыз кеше булып та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата Изге Рух бирәсәк. Ғайса телһеҙ берәүҙең эсенән енде ҡыуып сығарған. Ен сыҡҡандан һуң, был кеше һөйләшә башлаған. Халыҡ быға хайран ҡалған. Уларҙың ҡайһы берҙәре: – Ул ендәрҙе ендәр башлығы Веельзевулдың көсө менән ҡыуып сығара, – тигән. Ә бәғзеләре, Ғайсаны һынап ҡарарға теләп, Уның күктән илаһи билдә күрһәтеүен талап иткән. Әммә Ғайса, уларҙың уйҙарын белеп, халыҡҡа былай тигән: – Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан батшалыҡ тар-мар ителер, кешеләре бер-береһенә ҡаршы торған һәр ғаилә тарҡалыр. Иблис Иблисте ҡыуып сығарып, үҙ-үҙенә ҡаршы һөжүмгә барһа, уның батшалығы нисек имен тороп ҡала алыр? Ә һеҙ миңә: «Ендәрҙе Веельзевул көсө менән ҡыуып сығараһың», – тиһегеҙ! Әгәр Мин ендәрҙе Веельзевул көсө менән ҡыуып сығарам икән, һеҙҙең кешеләрегеҙ кемдең көсө менән ҡыуып сығара һуң? Шунлыҡтан, хаҡлы булмауығыҙҙы улар үҙҙәре күрһәтер. Ә инде Мин ендәрҙе Алла көсө менән ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте. Көслө кеше үҙ өйөн ҡорал менән һаҡлаған саҡта уның милке хәүефһеҙлектә булыр. Ә инде көслөрәк берәү һөжүм итеп был кешене еңә ҡалһа, уның таянысы булған бөтөн ҡоралын тартып алыр, табышын бүлгеләр. Кем Минең менән түгел, шул Миңә ҡаршы. Кем Минең менән бергә йыймай, шул таратып ташлай. – Шаҡшы рух, кешенең эсенән сыҡҡандан һуң, һыуһыҙ ерҙәрҙә үҙенә һыйыныр урын эҙләп йөрөй, ләкин таба алмай. «Элекке өйөмә әйләнеп ҡайтайым әле», – тип уйлай ул. Кире ҡайтҡас, ул уны һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба. Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайта һәм улар шунда йәшәй башлай. Ахырҙа был кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая. Ғайса быны һөйләгән саҡта халыҡ араһынан бер ҡатын тороп: – Һине ҡарынында йөрөткән һәм имеҙгән әсәйең бәхетле! – тип ҡысҡырған. Ә Ғайса уға: – Дөрөҫөрәге, Алла һүҙен тыңлаған һәм үтәгән кешеләр бәхетле, – тигән. Ғайса тирәһенә кешеләр тағы күберәк йыйылғас, Ул һөйләй башлаған: – Был замандың кешеләре – яуыз, улар илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәр билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк. Юныс Ниневия кешеләренә илаһи билдә булған кеүек, Әҙәм Улы ла был заман кешеләре өсөн илаһи билдә булыр. Ҡиәмәт көнөндә көньяҡ батшабикәһе лә, ошо быуын кешеләре менән бер рәттән тороп, уларҙы хөкөм итәсәк, сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлар өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Алдығыҙҙағы – Сөләймәндән бөйөгөрәк. Ниневия кешеләре ҡиәмәт көнөндә был заман кешеләре менән бер рәттән тороп, уларҙы хөкөм итәсәк, сөнки Ниневия кешеләре Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлап, тәүбәгә килгән. Ә Алдығыҙҙағы – Юныстан бөйөгөрәк. Бер кем дә шәм тоҡандырып, уны йәшерен урынға ҡуймай, ә өйгә килеп инеүселәр яҡтылыҡты күрһен өсөн, шәмдәлгә ултырта. Тәндең яҡтыртҡысы – һинең күҙең. Күҙең һау булғанда бөтә тәнең нурлы була, ә инде күҙең насар булғанда тәнең дә ҡараңғы була. Шуға күрә һаҡ бул: эсеңдәге яҡтылыҡ ҡараңғылыҡҡа әйләнмәһен. Ә инде бөтә тәнең нурлы һәм унда бер генә ҡараңғы урын да юҡ икән, яҡтыртҡыс балҡыуы һине яҡтыртҡан кеүек, тәнең дә яҡты булыр. Ғайса һүҙен тамамлағандан һуң, фарисейҙарҙың берәүһе Уны ашҡа саҡырған. Ғайса, килгәс, табын артына ултырған. Фарисей, Уның ашар алдынан йола буйынса тейешлесә ҡулдарын йыумауын күреп, ғәжәпкә ҡалған. Әммә Раббы Ғайса уға былай тигән: – Һеҙ, фарисейҙар, кәсәнең һәм табаҡтың тышын таҙартаһығыҙ, ә үҙегеҙҙең эсегеҙ ҡомһоҙлоҡ һәм яуызлыҡ менән тулы. Аңһыҙҙар! Тышҡы яҡты бар иткән Алла эске яҡты ла бар иткән түгелме һуң? Һауыт-һабаларығыҙҙағы бар нәмәне фәҡирҙәргә өләшегеҙ, шул саҡта бөтә нәмә һеҙҙең өсөн таҙа булыр. Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ бөтнөктөң, рутаның һәм бөтөн баҡса йәшелсәһенең ундан бер өлөшөн бирәһегеҙ, ә ғәҙеллеккә, Алланы яратыуға иғтибар итмәйһегеҙ. Быларҙы үтәргә һәм бүтән талаптарҙы ла ситтә ҡалдырмаҫҡа кәрәк ине. Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа ултырырға һәм баҙар майҙандарында үҙегеҙҙе ололап сәләмләгәндәрен яратаһығыҙ. Ҡайғы һеҙгә! Һеҙ билдәләнмәгән ҡәбер һымаҡ: кешеләр унда ҡәбер икәнен белмәйенсә, уларҙың өҫтөнән тапап йөрөй. Ғайсаның был һүҙҙәренә ҡарата ҡанун белгестәренең берәүһе: – Остаз! Был һүҙҙәрең менән Һин беҙҙе рәнйетәһең, – тип әйткән. Ғайса былай тигән: – Һеҙгә лә, ҡанун белгестәре, ҡайғы! Һеҙ кеше елкәһенә күтәргеһеҙ ауыр йөктәр һалаһығыҙ, ә үҙегеҙ ул йөктәргә бармаҡ менән дә ҡағылмайһығыҙ. Ҡайғы һеҙгә! Һеҙ пәйғәмбәрҙәр ҡәберенә һәйкәлдәр төҙөйһөгөҙ, ә уларҙы ата-бабаларығыҙ үлтергән бит! Бының менән һеҙ ата-бабаларығыҙ ҡылған эштәр менән риза булыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, сөнки улар пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергән, ә һеҙ уларға ҡәбер һәйкәлдәре төҙөйһөгөҙ. Шуның өсөн Алла зирәклеге былай тигән: «Мин уларға пәйғәмбәрҙәр һәм илселәр ебәрәм, уларҙың ҡайһы берҙәрен үлтерерҙәр, ә ҡайһыларын эҙәрлекләрҙәр». Шуға күрә, донъя яратылғандан алып, бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең түгелгән ҡаны өсөн ошо быуын кешеләре яуап тотасаҡ, Һабил ҡанынан алып ҡорбан килтереү урыны менән Изге йорт араһында үлтерелгән Зәкәриә ҡанына тиклем. Эйе, һеҙгә әйтәм: ошо быуын кешеләре быларҙың бөтәһе өсөн дә яуап тотасаҡ. Филадельфиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Изге һәм Хаҡ, ҡулында Дауыт батша асҡысы булған Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти: Уның хөкөмдәре хаҡ һәм ғәҙел, сөнки Ул үҙенең фәхешлеге менән ерҙе боҙоҡлоҡҡа килтергән бөйөк фәхишәне хөкөм итте һәм Үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн унан үс алды.
Выбор основного перевода