Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Имандаштар, мин иғлан иткән, һеҙ ҡабул иткән һәм ғүмерегеҙҙең нигеҙенә әйләнгән Һөйөнөслө Хәбәрҙе иҫегеҙгә төшөрәм. Һөйөнөслө Хәбәр һүҙҙәрен мин вәғәзләгәнсә тотһағыҙ, уның менән ҡотолорһоғоҙ, тотмаһағыҙ – иманға килеүегеҙ юҡҡа булыр. Мин үҙем алғандарҙы һеҙгә тапшырҙым. Иң мөһиме, Изге Яҙмала яҙылғанса, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлде һәм, Изге Яҙмала яҙылғанса, Ул ерләнде һәм өсөнсө көндә терелтелде, тәүҙә Кифаға, аҙаҡ ун ике шәкертенә күренде. Шунан бер үк ваҡытта биш йөҙҙән ашыу имандашына (уларҙың күбеһе әле лә иҫән, ҡайһы берҙәре үлде), унан һуң Яҡубҡа һәм бөтөн илселәренә күренде, барыһынан һуң, мин етлекмәй тыуған бала кеүек булһам да, миңә лә күренде. Дөрөҫөн әйткәндә, мин илселәрҙең иң кесеһе. Алла берҙәмлеген эҙәрлекләгәнем өсөн илсе тип аталырға ла лайыҡ түгелмен. Әммә Алла мәрхәмәте менән мин илсе булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте. Шулай итеп, минме, улармы, беҙ барыбыҙ ҙа бер үк нәмәләрҙе вәғәзләйбеҙ, һәм һеҙ иманға килдегеҙ. Мәсих тураһында, Ул үленән терелде, тип әйтелә икән, ҡайһы берҙәрегеҙ, үленән терелеү юҡ, тип нисек һөйләй ала һуң? Үленән терелеү юҡ икән, Мәсих тә үленән терелмәгән булып сыға. Әгәр Мәсих үленән терелтелмәгән икән, беҙҙең вәғәзләүебеҙ ҙә, һеҙҙең иманығыҙ ҙа буш була. Өҫтәүенә, беҙ Алла хаҡында ялған шаһиттар булып ҡалыр инек, сөнки Мәсихте Ул терелтте тип шаһитлыҡ ҡылдыҡ. Әммә, үлеләрҙең терелеүе юҡ икән, Алла Мәсихте лә терелтмәгән булып сыға. Ҡабатлайым: үлеләр терелтелмәһә, Мәсих тә үленән терелтелмәгән була. Әгәр Мәсих терелтелмәгән икән, һеҙҙең иманығыҙ – буш, һәм һеҙ гонаһтарығыҙ хакимлығы аҫтындаһығыҙ. Был инде Мәсихкә инанып үлгәндәр ҙә һәләк булды тигәнде аңлата. Әгәр беҙ Мәсихкә был йәшәүебеҙҙә генә өмөт бағлаһаҡ, бөтөн кешеләргә ҡарағанда ла ҡыҙғанысыраҡ булыр инек. Әммә Мәсих ысынлап та үленән терелеп торҙо һәм Ул үленән терелгәндәрҙең тәүгеһе булды! Үлем донъяға берәү аша килгән кеүек, үленән терелеү ҙә бер Кеше аша килде. Әҙәм арҡаһында барыбыҙ ҙа үлгән кеүек, Мәсих арҡаһында барыбыҙ ҙа тереләсәкбеҙ. Һәр кем үҙ сиратында: тәүҙә Мәсих, шунан һуң, Ул килгәс, Мәсихтекеләр тереләсәк. Бынан һуң ахыры килер, Ул һәр төрлө етәкселекте, хакимиәтте, ҡеүәтте юҡҡа сығарып, батшалыҡты Алла һәм Атаһына тапшырыр. Мәсихкә бөтә дошмандарын Үҙ аяғы аҫтына һалғанға тиклем батшалыҡ итеү тәғәйенләнгән. Иң һуңғы дошман булып үлем юҡҡа сығарыласаҡ. Изге Яҙмала: «Алла бар нәмәне Уға буйһондороп, Уның аяҡ аҫтына һалды», – тип әйтелгән. «Бар нәмә Уға буйһондоролдо» тип әйтелгән, әммә был Уға буйһондороусы Алланы үҙ эсенә ала тигәнде аң латмай әлбиттә. Бөтөн нәмә Мәсихкә буйһондоролғас, Улы ла бар нәмәне Үҙенә буйһондорған Аллаға буйһонасаҡ. Шулай итеп, Алла бөтөн нәмәлә бар буласаҡ. Үлеләр хаҡына сумдырылғандар ниңә быны ҡылалар һуң? Үлеләр бөтөнләй терелмәгәс, ни өсөн улар хаҡына сумдырылырға? Ниңә һуң беҙ ҙә ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуябыҙ? Мин көн һайын туранан-тура үлемдең күҙҙәренә ҡарайым. Имандаштар, был минең һеҙҙең менән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә ғорурланыуым кеүек үк хаҡ. Әгәр ҡарашым кешеләрҙекесә генә булған булһа, әгәр үлеләрҙең терелтелеүенә ышанмаһам, Ефеста «йыртҡыстар» менән көрәшеүемдән миңә ни файҙа? Үлеләр терелтелмәһә, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, «ашайыҡ та эсәйек, сөнки иртәгә үләбеҙ!» Алданмағыҙ: «аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа». Кәрәгенсә айнып, гонаһ ҡылыуҙан туҡтағыҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ Алланы белмәй бит, мин быны һеҙҙе оялтыу өсөн әйтәм. Кемдер: «Үлеләр нисек терелер? Уларҙың тәне ниндәй булыр?» – тип һорар. Аҡылһыҙ! Һин сәскән нәмә тәүҙә үлмәһә, яңы ғүмер яралмаясаҡ бит. Һин, сәскән мәлдә, буласаҡ үҫемлектең үҙен түгел, ә орлоҡ – бойҙайҙың йәки башҡа нәмәнең орлоғон – сәсәһең. Ә инде Алла уға Үҙе һайлаған тәнде, һәр орлоҡҡа үҙ тәнен бирә. Бөтөн тәндәр ҙә бер төрлө түгел: кешеләрҙең тәне малдыҡынан айырыла, ҡоштарҙың тәне лә балыҡтарҙыҡы кеүек түгел. Күктә лә, ерҙә лә есемдәр бар, тик күктәгеләренең матурлығы ерҙәге есемдәрҙекенән айырыла. Күктәгеләре араһында ҡояштың да, айҙың да, йондоҙҙарҙың да балҡыуы башҡа. Йондоҙҙар ҙа бер-береһенән балҡыуҙары менән айырыла. Үленән терелеү ҙә шулай буласаҡ: кеше тәне ер эсенә һалынған орлоҡ кеүек. Тәүҙә фани, терелткәс – мәңге үлмәҫлек. Ҡыҙғаныс булып ер эсенә һалына – дан менән терелә. Зәғиф килеш ерләнә – ҡеүәтле булып терелә. Йән эйәһе булған тән ер эсенә һалына, ә Рух менән яңыртылған тән терелә. Йән эйәһе булған тән бар икән, Рух менән яңыртылғаны ла бар. Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Тәүге кеше – Әҙәм – тере йән эйәһе булды». Ә һуңғы Әҙәм – тормош биреүсе Рухҡа эйә булды. Әммә тәүгеһе Рухтан яңыртылғаны түгел, ә ерҙәге, шунан һуң ғына Рухтан яңыртылғаны килә. Тәүге кеше тупраҡ саңынан яратылды. Икенсе Кеше – күктән килде. Ер саңынан яратылған ниндәй, ерҙекеләр ҙә шундай. Күктән булған ниндәй, күктекеләр ҙә шундай. Әле тупраҡтан яратылған кеше ҡиәфәтен йөрөткән кеүек, күктән булған кеше ҡиәфәтен йөрөтәсәкбеҙ. Имандаштар, һеҙгә шуны әйтәм: тәндән һәм ҡандан торғандар Алла батшалығына эйә була алмаҫ, һәм фани булғандар мәңгелекте мираҫ итеп ала алмаҫ. Һеҙгә сер асам: беҙ бөтөнөбөҙ ҙә үлмәйәсәкбеҙ, әммә һәммәбеҙ ҙә үҙгәрәсәк – ҡапыл, күҙ асып йомған арала, һуңғы борғоноң ҡысҡыртыуында. Борғо ҡысҡыртҡанда үлеләр мәңгелек булып тереләсәк, ә беҙ, ул ваҡытта тере булғандар, үҙгәрәсәкбеҙ. Бойороҡ ишетелгәндә, баш фәрештәнең саҡырыуы һәм Алла борғоһоноң тауышы аҫтында күктән Раббы Үҙе төшәсәк һәм Мәсихкә ышаныу менән үлгәндәр беренсе булып тереләсәк.
Выбор основного перевода