Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ. Уның ҡаршыһына барлыҡ халыҡтар килтереләсәк. Ул, һарыҡтарҙы кәзә тәкәләренән айырған көтөүсе һымаҡ, кешеләрҙе икегә айырыр; һарыҡтарҙы Үҙенең уң яғына, ә кәзә тәкәләрен һул яғына баҫтырыр. Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ. Сөнки ас инем, Мине ашаттығыҙ; һыуһаған инем, Миңә эсергә бирҙегеҙ; мосафир инем, Мине өйөгөҙҙә ҡабул иттегеҙ; яланғас инем, Мине кейендерҙегеҙ; ауырыған инем, Мине ҡайғырттығыҙ; төрмәлә инем, Минең яныма килдегеҙ», – тип әйтер. Шунда тәҡүә кешеләр: «Хужабыҙ! Ҡасан беҙ, ас булыуыңды күреп, Һине ашаттыҡ; һыуһағаныңды күреп, эсерҙек? Ҡасан беҙ, мосафир икәнеңде күреп, Һине өйөбөҙҙә ҡабул иттек; яланғас булыуыңды күреп, кейендерҙек? Ҡасан беҙ, ауырығаныңды һәм төрмәлә ултырыуыңды күреп, Һинең яныңа барҙыҡ?» – тип һорарҙар. Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер. Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ! Сөнки ас инем, һеҙ Мине ашатманығыҙ; һыуһаған инем, һеҙ Миңә эсергә бирмәнегеҙ, мосафир инем, һеҙ Мине өйөгөҙҙә ҡабул итмәнегеҙ; яланғас инем, һеҙ Мине кейендермәнегеҙ; ауырыу сағымда һәм төрмәлә ултырғанда һеҙ Минең яныма килмәнегеҙ». Шунда былары ла: «Хужабыҙ! Ҡасан беҙ Һинең ас булғаныңды, һыуһағаныңды, мосафирлығыңды, яланғас, ауырыу булғаныңды, төрмәлә ултырғаныңды күрҙек һәм Һиңә ярҙам итмәнек?» – тип һорарҙар. Шул саҡта Ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: нимәне бынау иң түбән заттарҙың берәйһенә генә лә ҡылманығыҙ, шуны Миңә ҡарата ла эшләмәнегеҙ», – тиер. Улар мәңгелек язаға, ә тәҡүә булғандар мәңгелек тормошҡа китер. Әммә Раббы көнө, ҡараҡ һымаҡ, көтмәгәндә килеп етер. Ул көндә күк көслө дөһөрләгән тауыш аҫтында юҡҡа сығасаҡ; күк есемдәре утта иреп тарҡаласаҡ; ер һәм ундағы бөтә эштәр фаш ителәсәк. Әгәр бөтә нәмә шулай тарҡаласаҡ икән, һеҙ ниндәй кешеләр булырға тейешһегеҙ һуң? Алла көнөн көткәндә, һәм ул көндөң тиҙерәк килеүе өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләгәндә, тормошоғоҙ изге булырға һәм Аллаға ихлас табынырға тейешһегеҙ. Ул көндә күк утта янып тарҡаласаҡ һәм күк есемдәре ҡыҙыулыҡтан эреп бөтәсәк.
Выбор основного перевода