Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Аҙаҡ мин Бәрәстең алтынсы мисәтте ҡуптарып алыуын күрҙем: көслө итеп ер тетрәне, ҡояш матәм кейеме кеүек, ҡарайҙы, ай ҡан кеүек ҡыҙарҙы. Күктәге йондоҙҙар, инжир ағасының өлгөрмәгән емештәре, көслө елдән ҡойолған кеүек ергә атылды. Күк йөҙө яҙыу төргәге кеүек йомарланып юҡҡа сыҡты. Бөтөн тауҙар һәм утрауҙар урындарынан ҡуҙғатылды. Ерҙәге батшалар, түрәләр, ғәскәриҙәрҙең башлыҡтары, байҙар, ҡеүәтлеләр, барыһы ла – ҡолдар ҙа, иреклеләр ҙә мәмерйәләрҙә һәм тауҙарҙағы ҡаялар араһында йәшеренде. Улар ҡаяларға һәм таштарға былай тип өндәштеләр: – Өҫтөбөҙгә ауып төшөгөҙ һәм беҙҙе тәхеттә Ултырыусының йөҙөнән һәм Бәрәстең нәфрәтенән йәшерегеҙ! Уларҙың бөйөк нәфрәт көнө килде. Быға кем ҡаршы тора алһын?
Выбор основного перевода