Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: икмәкте күктән һеҙгә Муса бирмәне, ысын икмәкте күктән һеҙгә Минең Атам бирә. Күктән төшөп, донъяға тормош Биреүсе – Алла икмәге ул, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса. Мин Мәсихтең Үҙен танырға, Уның үленән терелеү ҡөҙрәтен белергә, ғазаптарын уртаҡлашырға һәм үлем мәленә тиклемге Мәсихкә оҡшарға, Унда хуш еҫле сайыр төтәтә торған алтындан яһалған урын һәм алтын менән көпләнгән килешеү һандығы, манна һалынған алтын һауыт, Һарундың шытым ебәргән таяғы һәм килешеү әмерҙәре яҙылған таштаҡталар урынлаштырылғайны. Еңеүсене Мин Аллам йортоноң бағанаһы итеп ҡуйырмын һәм ул инде унан сыҡмаҫ. Уның өҫтөнә Алламдың исемен һәм күктән, Алламдан төшәсәк ҡаланың – Иерусалимдың яңы исемен һәм Үҙемдең яңы исемемде яҙырмын.
Выбор основного перевода