Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Шуға күрә, Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ. Шулай итеп, бөтә тәҡүә булған кешеләрҙең ерҙә түгелгән ҡаны һеҙҙең башығыҙға төшәсәк: тәҡүә Һабил ҡанынан алып, ҡорбан килтереү урыны менән Изге йорт араһында һеҙ үлтергән Варахиин улы Зәкәриәнең ҡанына тиклем. Улар яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: – Салынған Бәрәс ҡөҙрәт һәм байлыҡ, тәрән аҡыл һәм ҡеүәт, хөрмәт һәм дан, һәм дә маҡтау алырға лайыҡлы.
Выбор основного перевода