Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Шул уҡ мәлдә бик көслө итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән ете мең кеше үлде, ә ҡалғандары бик ныҡ ҡурҡып, күктәр Аллаһын данланы. Уның артынан килгән икенсе фәрештә былай тине: – Бөйөк Вавилон емерелде, емерелде, сөнки ул бөтөн халыҡтарҙы ла үҙенең ялҡынлы фәхешлегенең шарабын эсергә мәжбүр иткән. Алланың нәфрәт кәсәһендә әҙерләнгән шыйыҡлатылмаған ярһыу шарабын эсәсәк, изге фәрештәләр һәм Бәрәс алдында ут һәм көкөрт эсендә ғазапландырыласаҡ. Дүрт йән эйәһенең береһе ете фәрештәгә мәңгенән-мәңгегә йәшәүсе Алланың ярһыуы тулы ете алтын кәсә бирҙе.
Выбор основного перевода