Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ! – Назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин – Алланың Изгеһе! – тип ҡысҡырҙы. Ғайса күптәрҙе төрлө сирҙәренән һауыҡтырҙы, күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙы, әммә ендәргә һөйләргә рөхсәт итмәне, сөнки улар Ғайсаның кем икәнен белә ине. «Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡҡан. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, был турала һөйләп йөрөүҙән тыйған, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белгән. Симон Петр был хәлде күреп: – Хужам, кит минең янымдан! Мин – гонаһлы, – тип Ғайсаның тубыҡтарына йығылған. Ғайса: – Ниңә һин быны Миңә әйтәһең әле, ханым? Минең әлегә ваҡытым етмәгән, – тип яуап бирҙе. Әммә Павел тәҡүә булыу, нәфсене тыйыу һәм буласаҡ хөкөм хаҡында һөйләгәндә Феликс ҡурҡыуға төштө. – Хәҙергә етте, форсат тапҡас, һине саҡыртырмын, – тине ул. Алла гонаһ ҡылған фәрештәләрҙе лә аямаған, ә йәһәннәмгә ташлаған бит. Шунда, ҡараңғыла, сынйыр менән бығауланған килеш хөкөм көнөн көтөрҙәр. Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.
Выбор основного перевода