Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Күктәр Батшалығы бына нимәгә оҡшаш: бер батша үҙенең хеҙмәтселәренән иҫәп-хисап эшен талап иткән. Шулай булғас, һин ни өсөн имандашыңды хөкөм итәһең? Йәки ерәнеп ҡарайһың? Беҙ бит бөтөнөбөҙ ҙә Аллабыҙ хөкөмө алдына баҫасаҡбыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Мәңге тере булыуым хаҡ булған кеүек, Минең алдымда һәр береһе теҙләнәсәк һәм һәр тел Минең Алла икәнемде таныясаҡ, – ти Раббы». Шулай итеп, һәр беребеҙ үҙе тураһында Алла алдында хисап тотасаҡ. Сөнки тәндә ваҡытта яҡшылыҡ эшләһәк тә, яманлыҡ ҡылһаҡ та, ҡылғандарыбыҙға күрә һәр береһе үҙенә тейеште алыу өсөн, бөтөнөбөҙ ҙә Мәсихтең хөкөмө алдына килергә тейеш буласаҡбыҙ.
Выбор основного перевода