Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ул ситкәрәк китте лә ергә йөҙ түбән ятып доға ҡылды: – Атам! Мөмкин булһа, был ғазаптар кәсәһе Минән үтеп китһен ине! Әммә, Мин теләгәнсә түгел, ә Һинеңсә булһын. Ғайса тағы, икенсе тапҡыр ситкә китеп, доға ҡылды: – Атам, Миңә был кәсәне эсмәйенсә үткәреү мөмкин түгел икән, Һинең ихтыярыңса булһын! Уларҙың береһе иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның уң ҡолағын сабып өҙгән. Ғайса Петрға: – Ҡылысыңды ҡынына тығып ҡуй. Атам биргән кәсәнән эсмәҫ инемме ни? – тине.
Выбор основного перевода