Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Йәһүҙиәлә, Ирод батша заманында, руханиҙарҙың Авия төркөмөнән Зәкәриә исемле бер рухани йәшәгән. Уның Елизавета исемле ҡатыны ла, шулай уҡ, Һарун руханиҙың нәҫеленән булған. Ул көндәрҙә Август ҡайсар тарафынан тотош Рим империяһында халыҡ иҫәбен алырға тигән бойороҡ бирелгән. Был халыҡ иҫәбен алыу тәүге тапҡыр, Сүриә менән Квириний идара иткән мәлдә үткәрелгән. Иҫәпкә алыныр өсөн һәр береһе үҙ ҡалаһына киткән. Йософ та Галилеялағы Назара ҡалаһынан Йәһүҙиәләге Вифлеемға – Дауыттың тыуған ҡалаһына юлланған, сөнки Дауыт нәҫеленән булған. Ул исемлеккә теркәлергә үҙенә йәрәшелгән Мәрйәм менән бергә барған. Мәрйәм ауырлы булған. Улар Вифлеемда саҡта Мәрйәмдең бала табыр мәле еткән. Мәрйәм үҙенең беренсе балаһын – Улын тыуҙырған. Ул Уны, йүргәккә төрөп, мал утлыҡсаһына һалған, сөнки ҡунаҡханала урын булмаған. Тиверий ҡайсар хакимлығының ун бишенсе йылында, Йәһүҙиәлә Понтий Пилат идара иткәндә, Галилеяның башлығы – Ирод, уның ир туғаны Филипп Итурея һәм Трахонитис өлкәләренең башлығы, ә Лисаний Авилинея өлкәһе башлығы булғанда,
Выбор основного перевода