Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
От Матфея
Параллельные места
Әммә, Мәрйәм Улын тыуҙырғансы, Йософ уның менән яҡынлыҡ ҡылмай. Балаға ул Ғайса тип исем ҡуша. Ауырға ҡалырһың һәм Ул табырһың. Уға Ғайса тип исем ҡуш. Һигеҙ көн үтеп, Баланы сөннәткә ултыртыу ваҡыты еткәс, уға Ғайса тип исем ҡушҡандар. Мәрйәм балаға уҙғанға тиклем үк фәрештә Уға ошо исемде биргән булған. Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине. Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ. Ер йөҙөндә кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алырҙай бүтән исем юҡ, – тине Петр. Үҙенең вәғәҙәһе буйынса, Алла Дауыт нәҫеленән Израилгә Ҡотҡарыусы Ғайсаны бирҙе. Шулай итеп, туғандар, һеҙгә мәғлүм булһын! – тип һүҙен дауам итте Павел. – Ғайса аша һеҙгә гонаһтарығыҙҙың кисерелеүе хаҡында иғлан ителә. Муса ҡануны тормошҡа ашыра алмағанды Ғайса атҡарҙы: Уға инанған һәр кем Уның аша Алла тарафынан аҡланыр. Уны вәғәзләргә оялмайым, сөнки Һөйөнөслө Хәбәр – иман тотоусыларҙың һәр береһенә, иң элек йәһүдтәргә, унан һуң йәһүд булмағандарға ла ҡотолоу өсөн Алла ҡөҙрәте. Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алайым һәм яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торһон өсөн халҡын таҙарындырайым тип, Үҙен беҙҙең хаҡҡа ҡорбан итте.
От Матфея
Выбор основного перевода