Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Ғайса шәкерттәрен саҡырып алды: – Кешеләрҙе йәлләйем. Улар өс көн буйы инде Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ. Уларҙы ас килеш ҡайтарып ебәргем килмәй: юлда хәлдәре бөтөр. – Был тиклем халыҡты туйҙырырлыҡ икмәкте бынау ҡола ялан ерҙә беҙ ҡайҙан алайыҡ? – тине Уға шәкерттәре. – Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? – Ете икмәк һәм бер нисә ваҡ балыҡ. Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла, ете икмәкте һәм балыҡтарҙы алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште. Бөтөнөһө лә ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ете кәрзингә тултырып ҡуйҙылар. Ә ашаусылар, ҡатындарҙы һәм балаларҙы иҫәпкә алмағанда, дүрт мең ир кеше ине. Ул көндәрҙә тағы күп кеше йыйылды, уларҙың ашар ризыҡтары юҡ ине. Ғайса шәкерттәрен саҡырып: – Кешеләрҙе йәлләйем. Өс көн инде улар Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ. Әгәр Мин уларҙы ас килеш өйҙәренә ҡайтарып ебәрһәм, юлда хәлдәре бөтөр. Ҡайһы берҙәре алыҫтан килгән бит, – тине. – Бынау ҡола ялан ерҙә уларҙы туйҙырырлыҡ икмәкте ҡайҙан алайыҡ? – тип яуап бирҙе шәкерттәре. – Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? – тип һораны Ғайса. – Ете, – тине улар. Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла, ете икмәкте алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе, улары халыҡҡа таратты. Бер аҙ балыҡтары ла бар ине. Ғайса, шөкөрана ҡылғас, уларҙы ла өләшергә ҡушты. Кешеләр ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙан ете кәрзин йыйып алдылар. Ә ашаусылар дүрт мең самаһы кеше ине. Ғайса уларҙы өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе.
Выбор основного перевода