Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Уға улар йәл булып китте лә, ауырыу булғандарын һауыҡтырҙы. Көн кисләгәс, Уның янына шәкерттәре килде: – Был кеше йөрөмәй торған урын, ваҡыт та һуң инде. Халыҡты ебәр, ауылдарға барып, үҙҙәренә ризыҡ һатып алһындар. – Китеүҙең кәрәге юҡ. Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тине Ғайса. Шәкерттәре Ғайсаға: – Беҙҙең бында биш икмәктән һәм ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, – тинеләр. – Уларҙы Миңә бирегеҙ әле, – тине Ғайса. Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алып күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште. Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ун ике кәрзингә тултырып ҡуйҙылар. Ә ашаусыларҙың һаны, ҡатындарҙы һәм балаларҙы иҫәпкә алмағанда, биш мең самаһы ир кеше ине. Ваҡыт һуң ине инде, шәкерттәре Уның янына килде: – Был кеше йөрөмәй торған урын, ваҡыт та һуң инде. Уларҙы ебәр, тирә-йүндәге утарҙарға, ауылдарға барып, үҙҙәренә ашарға һатып алһындар. – Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. Шәкерттәр: – Үҙебеҙ барып, уларҙы ашатырға ике йөҙ динарлыҡ икмәк һатып алайыҡмы ни? – тине. – Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? Барып ҡарағыҙ әле, – тине Ул. – Биш икмәк һәм ике балыҡ, – тип яуапланы шәкерттәр, ҡарап килгәс. Ғайса уларға халыҡты төркөм-төркөм итеп йәшел сиҙәмгә ултыртырға бойорҙо. Кешеләр йөҙәр, иллешәргә бүленеп, теҙелешеп ултырҙы. Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды. Шунан икмәктәрҙе бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. Ике балыҡты ла һәммәһенә бүлде. Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Икмәктән һәм балыҡтан ҡалған һыныҡтарҙан тулы ун ике кәрзин йыйып алдылар. Ә ашаусыларҙан ирҙәр генә лә биш мең кеше ине. Көн кискә ауышҡанда ун ике шәкерт Уның янына килгән: – Халыҡты ебәр, эргә-тирәләге ауылдарға, утарҙарға барып үҙҙәренә йоҡларға урын тапһындар һәм ашау яғын хәстәрләһендәр. Бында бит кеше йөрөмәй торған урын. – Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тигән Ғайса. – Беҙҙең биш икмәк менән ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Бындағы кешеләрҙең бөтәһе өсөн дә ризыҡты беҙ һатып алайыҡмы ни? – тип һораған шәкерттәр. Унда биш мең самаһы ир булған. Ғайса шәкерттәренә: – Уларҙы иллешәр-иллешәргә бүлеп, төркөмләп ултыртығыҙ, – тигән. Шәкерттәр шулай эшләгән, бөтәһен дә ултыртып сыҡҡан. Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алған да күккә ҡарап улар өсөн шөкөрана ҡылған, унан икмәк менән балыҡтарҙы бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә биргән. Бөтәһе лә туйғансы ашаған. Ҡалған һыныҡтарҙан тулы ун ике кәрзин йыйып алғандар.
Выбор основного перевода