Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Ғайса шулай һөйләп торғанда, Уның янына урындағы башлыҡтарҙың береһе килеп тубыҡланды: – Әле генә ҡыҙым үлеп ҡалды. Ләкин, янына барып, өҫтөнә ҡулдарыңды ҡуйһаң, ул терелер ине. Улар китеүгә Ғайса янына ен эйәләшкән телһеҙ кешене алып килделәр. һәм ялбарып һораны: – Минең бәләкәс ҡыҙым үлем хәлендә ята. Килеп, уға ҡулдарыңды ғына ҡуйһаң, ул һауығасаҡ һәм йәшәйәсәк! Ғайса һуҡырҙы етәкләп ауылдан алып сыҡты, күҙҙәренә төкөрөп, ҡулдарын ҡуйҙы. – Берәй нәмә күрәһеңме? – тип һораны. Ғайса ҡулдарын уның күҙҙәренә ҡабат ҡуйып алғас, ул текләп ҡараны ла, һауығып, бөтә нәмәне асыҡ итеп күрҙе. Ҡояш байыған мәлдә бөтәһе лә төрлө сирҙәрҙән ғазапланыусы яҡындарын Ғайса янына алып килгән. Ғайса, һәр береһенә ҡулдарын ҡуйып, уларҙы һауыҡтырған. Ғайса телһеҙ берәүҙең эсенән енде ҡыуып сығарған. Ен сыҡҡандан һуң, был кеше һөйләшә башлаған. Халыҡ быға хайран ҡалған. Ғайса был ҡатынға ҡулдарын ҡуйған, ҡатын шунда уҡ турайып баҫҡан һәм Алланы данлай башлаған. Савлға илаһи күренмеш килде. Унда Анания исемле берәү уның янына килде лә, Савлдың күҙҙәре йәнә күрә башлаһын өсөн, уға ҡулдарын ҡуйҙы, – тине Раббы. Бөтәһе лә туйғансы ашаған. Ҡалған һыныҡтарҙан тулы ун ике кәрзин йыйып алғандар. Публийҙың атаһы биҙгәк һәм эс ауырыуынан яфаланып ята ине. Павел инеп доға ҡылды ла, башына ҡулдарын ҡуйып, уны һауыҡтырҙы.
Выбор основного перевода