Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Ғайса ошо ун икене нәсихәт биреп оҙатты: – Мәжүси халыҡтарға бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ. Улар урынына аҙашҡан һарыҡ көтөүе – Израиль халҡына барығыҙ. Ә Павел менән Варнава ҡыйыу рәүештә: – Алла һүҙе иң элек һеҙгә иғлан ителергә тейеш ине, – тинеләр. – Әммә һеҙ уны кире ҡағаһығыҙ һәм шуның менән үҙегеҙҙе мәңгелек тормошҡа лайыҡһыҙ итеп күрһәтәһегеҙ. Шунлыҡтан беҙ башҡа халыҡтарға боролабыҙ. Раббы бит беҙгә: «Ҡотолоу Һинең аша ерҙең бөтә сиктәренә тиклем килһен тип, Мин Һине башҡа халыҡтарға яҡтылыҡ итеп ҡуйҙым», – тигән әмер бирҙе.
Выбор основного перевода