Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Сөнки улар икмәк менән булған хәлдән һуң да бер ни ҙә аңламағайны; күңелдәре ҡатҡайны. Ғайса быны белеп, уларға: – Ниңә һеҙ икмәгегеҙ юҡлығы хаҡында һөйләшәһегеҙ? – тине. – Һаман бер нәмә лә аңламайһығыҙмы? Бер ни ҙә төшөнмәйһегеҙме? Күңелдәрегеҙ ҡатҡанмы? Ғайса, Мәрйәмдең дә, уға эйәреп килгән йәһүдтәрҙең дә илағанын күреп, Үҙе лә бик ныҡ көйөндө һәм тулҡынланған тауыш менән: «Алла уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ итте, йөрәктәрен ҡатырҙы. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Әгәр шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем». Имандаштар, үҙегеҙҙе булғанынан аҡыллыраҡ һанамаһын өсөн, был серҙең һеҙҙән йәшерен ҡалыуын теләмәйем. Йәһүд булмағандарҙың Алланы ҡабул иткән өлөшө тулы һанға еткәнгә тиклем Израилдең бер өлөшө тиҫкәреләнеүен дауам итер. Уларҙың, үҙһүҙле һәм бәғерһеҙ булғанлыҡтан, аңдары томаланған. Улар Алланы белмәй, белергә лә теләмәй һәм Алла тарафынан бирелгән тормоштан ситләтелгән.
Выбор основного перевода