Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Ризыҡ ҡапмайынса ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн үткәргәндән һуң, Ғайса бик ныҡ асыҡты. Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә ҡуш, – тине. – «Кеше икмәк менән генә түгел, Алланың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ менән йәшәр». Шулай тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуапланы Ғайса. Шунан һуң Иблис Уны Иерусалимға – изге ҡалаға алып килеп, Алла Йортоноң иң бейек урынына баҫтырҙы ла, былай тине: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, түбәнгә ташлан. Изге Яҙмала әйтелгән бит: «Алла Үҙенең фәрештәләренә бойороҡ бирер: Аяҡтарың ташҡа бәрелмәһен тип, Һине ҡулдарында йөрөтөрҙәр». Ғайса уға: – Унда: «Раббы Аллаңды һынама», тип тә яҙылған, – тип яуапланы. Бынан һуң Иблис Уны бик бейек тауға алып менде. Донъялағы барлыҡ батшалыҡтарҙы уларҙың бөтә гүзәллегендә күрһәтте лә: – Әгәр алдыма йөҙ түбән ятып миңә табынһаң, быларҙың барыһын да Һиңә бирәм, – тине. – Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», тип яҙылған. Бынан һуң Иблис Уны ҡалдырып китеп барҙы, ә Ғайса янына фәрештәләр килеп, Уға хеҙмәт иттеләр.
Выбор основного перевода