Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Шунан һуң Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгән. Ун ике шәкерте Уның менән булған. Ғайса шаҡшы рухтарҙан һәм ауырыуҙарҙан һауыҡтырған ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер нисәүһе: эсенән ете шаҡшы рух ҡыуып сығарылған Мәрйәм, ул Магдалина тип йөрөтөлгән, Ирод йортонда идара итеүсе Хузаның ҡатыны Иоанна, Сусанна һәм байтаҡ башҡа ҡатындар ҙа Уның менән бергә булған. Был ҡатындар Ғайсаға һәм Уның шәкерттәренә үҙ иҫәптәренән ярҙам иткән. Шәмбе көнө уҙғас, магдалалы Мәрйәм, Яҡубтың әсәһе Мәрйәм һәм Саломия, Ғайсаның кәүҙәһен майлау өсөн хуш еҫле майҙар һатып алды. Ғайса ҡаҙаҡланған арҡысаҡ янында Уның әсәһе, әсәһенең һеңлеһе, Клеопа ҡатыны Мәрйәм һәм Магдала ҡалаһынан Мәрйәм баҫып торалар ине.
Выбор основного перевода