Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Ә мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотоусы хөкөм ителеүгә лайыҡ. Туғанына: «Мәғәнәһеҙ», – тип әйтеүсе иһә Юғары кәңәшмә алдында яуапҡа тарттырылыуға, ә инде «Ахмаҡ», – тиеүсе йәһәннәм утына лайыҡ. Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Иерусалимға барырға, унда аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителергә һәм үлтерелергә, әммә өсөнсө көндә терелеп торорға тейешлеге тураһында һөйләй башланы. Иртән иртүк бөтә баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары кәңәшкә йыйылып, Ғайса үлтерелергә тейеш, тип ҡарар ҡылды. Уны бәйләп Рим идарасыһы Пилатҡа алып барып тапшырҙылар. Шулай уҡ ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар менән баш руханиҙар ҙа Уны мыҫҡылланы: Ғайса шәкерттәренә Әҙәм Улының күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә, ә өс көндән һуң терелеп торорға тейешлеге тураһында аңлата башланы. Улар тағы Иерусалимға килде. Алла Йортонда йөрөгән сағында, Ғайса янына баш руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар килде. Ғайсаны иң баш рухани алдына алып килделәр. Унда бөтә баш руханиҙар, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды. Әммә, Иерусалимға юл тотҡанлыҡтан, бында Ғайсаны ҡабул итмәгәндәр. Бер көндө, Ғайса халыҡты Алла Йортонда өйрәтеп, Һөйөнөслө Хәбәр иғлан иткәндә, Уның эргәһенә аҡһаҡалдар менән баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре килгән. Таң менән халыҡ аҡһаҡалдары, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Юғары кәңәшмә йыйылышына килгән һәм Ғайсаны йыйылыш алдына баҫтырып: Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тороп, Ғайсаны Пилат янына алып килгән. Ғайсаны Каиафа янынан Рим ҡайсары тарафынан ебәрелгән идарасы һарайына алып килделәр. Был иртә менән булды. Йәһүдтәр һарайға инмәне, сөнки инһәләр, таҙарыныуҙары боҙолоп, Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнаша алмаҫтар ине.
Выбор основного перевода