Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Кешеләрҙән һаҡланығыҙ. Улар һеҙҙе хөкөмгә тапшырыр һәм ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылар. Минең арҡала үҙегеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм мәжүсиҙәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер. Шул ваҡыттарҙа Ирод батша имандаштар берҙәмлегендәге ҡайһы бер кешеләрҙе эҙәрлекләй башланы. Яхъяның ағаһы Яҡубты ҡылыс менән сабып үлтертте. Был эштең йәһүдтәргә оҡшауын күреп, Петрҙы ла ҡулға алды – ул ваҡытта Сөсө күмәс байрамы көндәре ине – уны төрмәгә ултыртты һәм, Ҡотҡарылыу байрамынан һуң халыҡ алдына сығарырға уйлап, дүртәр ғәскәриҙән торған дүрт төркөмгә уны һаҡларға әмер бирҙе. Улар унда байтаҡ ҡына булғанлыҡтан, Фест батшаға Павелдың эшен тыңларға тәҡдим итте: – Бында Феликс тотҡонлоҡта ҡалдырған бер кеше бар. Мин Иерусалимда булған саҡта йәһүдтәрҙең баш руханиҙары һәм аҡһаҡалдары, уны хөкөм итеүҙе талап итеп, шикәйәт менән килде.
Выбор основного перевода