Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Хөкөмгә алып килгән саҡтарында, нимә һәм нисек һөйләргә тип борсолмағыҙ: һеҙгә шул мәлдә нимә әйтергә кәрәклеге бирелер. Сөнки әйткән һүҙҙәрегеҙ һеҙҙеке булмаҫ, ә һеҙҙең аша Атағыҙҙың Рухы һөйләр. Ғибәҙәтханаларға, башлыҡтар йәки хакимиәт кешеләре алдына килтергән ваҡытта, үҙебеҙҙе нисек яҡларға, нимә тип яуап бирергә тип борсолмағыҙ. Нимә һөйләргә кәрәклеге тураһында һеҙгә шул сәғәттә Изге Рух кәңәш итер. Шул ваҡыт Петр, Изге Рух менән һуғарылып: – Халыҡ башлыҡтары, аҡһаҡалдар! – тине. – Доға ҡылғандан һуң улар йыйылған урын һелкенеп китте һәм бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылды. Ошо хәлдән аҙаҡ иман тотоусылар Алла һүҙен ҡыйыулыҡ менән һөйләй башланы.
Выбор основного перевода