Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Унан ары киткәс, Ғайса тағын ағалы-ҡустылы икәүҙе – Зеведей улдары Яҡуб менән Яхъяны күрҙе. Улар аталары Зеведей менән бергә кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине. Ғайса уларҙы Үҙенә эйәрергә саҡырҙы. Бына ул ун ике илсенең исеме: беренсеһе – Петр тип тә аталған Симон һәм уның ҡустыһы Андрей, Зеведей улы Яҡуб һәм уның ҡустыһы Яхъя, Алты көндән һуң Ғайса Петрҙы, Яҡубты һәм уның ҡустыһы Яхъяны Үҙе менән алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. Ғайса, бер аҙ барғас, Зеведейҙың улдары Яҡубты һәм уның ҡустыһы Яхъяны күрҙе – улар кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине. Ғибәҙәтхананан сыҡҡас та, Ғайса Яҡуб һәм Яхъя менән бергә Симон менән Андрейҙың өйөнә китте. Зеведей улы Яҡуб һәм уның ҡустыһы Яхъя – Ғайса уларҙы Воанергес, йәғни «Күк күкрәү улдары» тип атаны, Ғайса Петрҙан, Яҡубтан һәм Яҡубтың ҡустыһы Яхъянан башҡа бер кемгә лә Үҙе менән бергә барырға рөхсәт итмәне. Алты көндән һуң Ғайса Петрҙы, Яҡубты һәм Яхъяны алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. Ғайсаның ҡиәфәте шәкерттәренең күҙ алдында үҙгәрҙе: Был һөйләшеүҙе ишеткәс, ҡалған ун шәкерттең Яҡуб менән Яхъяға асыуҙары килде. Ул Алла Йорто ҡаршыһындағы, Зәйтүн тауында ултырған саҡта, Петр, Яҡуб, Яхъя, Андрей Уның менән айырым ғына ҡалғас: Ул Үҙе менән Петрҙы, Яҡубты һәм Яхъяны алды. Уны ҡурҡыу һәм хәүеф солғап алды. Шулай уҡ Симондың иптәштәре – Зеведейҙың улдары Яҡуб менән Яхъяның да ҡото алынған. Ғайса Симонға: – Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың, – тигән. Улар – Ғайса тарафынан Петр тип аталған Симон, уның ҡустыһы Андрей, Яҡуб һәм Яхъя, Филипп һәм Варфоломей, Яирҙың өйөнә килеп еткәс, Ғайса Петрҙан, Яхъянан һәм Яҡубтан, ҡыҙҙың атаһынан һәм әсәһенән башҡа бер кемгә лә Үҙе менән инергә рөхсәт итмәгән. Ошо һүҙҙәрҙән һуң яҡынса һигеҙ көн үткәс, Ғайса Петрҙы, Яхъяны һәм Яҡубты Үҙе менән алып, доға ҡылыу өсөн тауға менгән. Был хәлде күреп, шәкерттәре Яҡуб менән Яхъя: – Хужабыҙ! Күктән ут төшөп, уларҙы юҡҡа сығарһын, тип бойороуыбыҙҙы теләйһеңме? – тигәндәр. Ҡайтып еткәс, улар үҙҙәре туҡталған өҫкө ҡаттағы бүлмәгә инде. Унда Петр, Яхъя, Яҡуб, Андрей, Филипп, Фома, Варфоломей, Матфей, Алфей улы Яҡуб, көрәшеүсе Симон һәм Яҡуб улы Йәһүҙә бар ине.
Выбор основного перевода