Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Үҙегеҙгә байлыҡты ерҙә йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар инеп урлай. Һеҙ хазинаны күктә йыйығыҙ: унда көйә лә ҡырҡмай, тут та баҫмай, ҡараҡтар ҙа инеп урламай. Үҙенең арҡысағын күтәреп, Миңә эйәреп бармаған кеше Миңә лайыҡ түгел. Ғайса шәкерттәре менән бергә халыҡты саҡырып былай тине: – Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, үҙенең арҡысағын алып, Миңә эйәрһен. Мөлкәтегеҙҙе һатығыҙ ҙа, ярлыларға өләшегеҙ. Үҙегеҙгә мәңге туҙмай торған янсыҡтар әҙерләгеҙ, күктәрҙә һис кәмемәҫ хазина туплағыҙ: унда ҡараҡ та теймәҫ, көйә лә төшмәҫ. Дауыт үҙе күккә ашманы, әммә ул: «Раббы-Аллам Хужама әйтте: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына баҫҡыс итеп һалғанға тиклем Минең уң яғымда ултыр“», – тине. Иман тотоусылар араһында бер кем дә мохтажлыҡ кисермәне, сөнки ерҙәре йәки өйҙәре булғандары, уларҙы һатып, аҡсаһын илселәр ҡарамағына тапшыралар ине. Һәр кемгә ихтыяжына ҡарап бирелде.
Выбор основного перевода