Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
«Әгәр ҙә беҙ ата-бабаларыбыҙ заманында йәшәгән булһаҡ, улар менән бергә пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанын түгеүҙә ҡатнашмаған булыр инек», – тиһегеҙ. Ҡайғы һеҙгә! Һеҙ пәйғәмбәрҙәр ҡәберенә һәйкәлдәр төҙөйһөгөҙ, ә уларҙы ата-бабаларығыҙ үлтергән бит! Илселәр иһә, Ғайса исеме өсөн кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып киттеләр. Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефан. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ. Әле мин һеҙҙең хаҡҡа кисергән михнәттәремә һөйөнәм һәм Мәсихтең, Үҙенең тәне булған берҙәмлек хаҡына кисергән ғазаптарын үҙемдең тәнемдә тулыландырам.
Выбор основного перевода