Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле. Һуҡырҙың ата-әсәһе, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡҡанлыҡтан, шулай яуап бирҙе. Сөнки башлыҡтар Ғайсаның Мәсих икәнлеген таныған һәр кемде ғибәҙәтхананан айырырға ҡарар иткәйне. Был донъяныҡы булһағыҙ, ул һеҙҙе үҙенекеләре кеүек итеп яратыр ине. Ләкин һеҙ был донъяныҡы түгел, Мин һеҙҙе, һайлап алып, был донъянан айырҙым, шунлыҡтан донъя һеҙгә нәфрәтләнгән. Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар. Шулай итеп, Мәсих тән ғазабы кисергәс, был донъялағы ҡалған ваҡытын инде әҙәм нәфсеһе буйынса түгел, Алла ихтыяры буйынса йәшәр өсөн, һеҙ ҙә Уныҡы кеүек үк фекерләү рәүеше менән ҡоралланығыҙ, сөнки тән ғазабы кисереүсе гонаһлы тормош алып барыуҙан баш тартты.
Выбор основного перевода