Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ураҙа тотҡаныңды кешеләр түгел, ә күҙгә күренмәҫ Атаң күрһен өсөн, ураҙа тотҡанда сәсеңде майла һәм битеңде йыу; шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреүсе Атаң һиңә әжереңде бирер. Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә һәр ваҡыт янығыҙҙа булмам. Балаларым, Мин инде янығыҙҙа оҙаҡ булмам. Мине эҙләрһегеҙ, ләкин, йәһүдтәргә әйткән һүҙҙәремде хәҙер һеҙгә лә ҡабатлайым: «Мин китә торған урынға һеҙ бара алмаҫһығыҙ». Барып урын әҙерләгәс, һеҙ ҙә Минең менән бергә булһын өсөн, яңынан килеп, һеҙҙе Үҙ яныма аласаҡмын. Улар Раббыға хеҙмәт иткән һәм ураҙа тотҡан ваҡытта, Изге Рух: – Хеҙмәтемде башҡарыу өсөн Үҙем һайлап алған Варнава менән Савлды Миңә бирегеҙ, – тине. Һәр берҙәмлектә өлкәндәр тәғәйенләнеләр һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы үҙҙәре лә инанған Раббының ҡулына тапшырҙылар. Икегеҙҙең дә ризалығы менән доға ҡылыуҙарға бағышланған ваҡытты һанамағанда, бер-берегеҙҙән ситләшмәгеҙ. Иблис тотанаҡһыҙлығығыҙҙан файҙаланып һеҙҙе аҙҙырмаһын өсөн, аҙаҡ тағы бергә булығыҙ. Хәлдән тайғансы һәм йонсоғансы эшләнем, төндәремде йыш ҡына йоҡоһоҙ үткәрҙем, асығып һәм һыуһап яфаландым, ашау-эсеүҙән тыйылып торорға ла тура килде, һыуыҡтарҙа ла булдым, яланғаслыҡта ла йәшәнем.
Выбор основного перевода