Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Халыҡты оҙатҡас, Ул яңғыҙ ғына доға ҡылырға тип тауға менде. Кис еткәс, бында бер үҙе ҡалды. Иртәгеһен Ғайса яҡтырғансы уҡ тороп ҡаланан сығып китте лә, аулаҡ урынға барып доға ҡылды. Халыҡ менән хушлашҡас, Ул доға ҡылырға тип тауға менде. Бик күп халыҡ һыуға сумдырылған, улар менән бергә Ғайса ла сумдырылған. Ул доға ҡылған ваҡытта күк йөҙө асылып киткән Шул көндәрҙә Ғайса, доға ҡылыу өсөн, тауға артылған һәм төнө буйы Аллаға доға ҡылып сыҡҡан. Бер ваҡыт, Ғайса аулаҡ ҡалып доға ҡылғанда, Уның янында шәкерттәре генә булған. Ғайса уларҙан: – Халыҡ Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораған. Ошо һүҙҙәрҙән һуң яҡынса һигеҙ көн үткәс, Ғайса Петрҙы, Яхъяны һәм Яҡубты Үҙе менән алып, доға ҡылыу өсөн тауға менгән. Бер ваҡыт Ғайса ниндәйҙер урында доға ҡылған. Ул доға ҡылып бөткәндән һуң, шәкерттәренең береһе: – Хужам, Яхъя үҙенең шәкерттәрен өйрәткән кеүек, беҙҙе лә доға ҡылырға өйрәт әле, – тип һораған.
Выбор основного перевода