Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар иһә Варавваны иреккә сығарыуҙы, ә Ғайсаны үлем язаһына тарттырыуҙы талап итергә тип, халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны. Әммә баш руханиҙар, Ғайсаны түгел, Варавваны азат итеүен талап итегеҙ, тип халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны. – Нимә ул – хәҡиҡәт? – тип һораны Пилат һәм, ошо һүҙҙе әйткәс, яңынан йәһүдтәр алдына сыҡты. Уларға: – Мин был кешелә бер ниндәй ҙә ғәйеп күрмәйем. Ҡотҡарылыу байрамы алды көнөнөң төш тирәһе ине. Пилат йәһүдтәргә: – Бына һеҙҙең Батшағыҙ! – тине. Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡубтың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данлы бөйөклөгөн шулай күрһәтте, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ һәм, Пилат Уны азат итергә уйлағанда, Пилат алдында Унан баш тарттығыҙ.
Выбор основного перевода