Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Пилат, бер нисек тә ярҙам итә алмауын, киреһенсә, сыуалыш башланыуын ғына күреп, һыу килтерергә ҡушты һәм халыҡ алдында ҡулдарын йыуҙы. – Был Кешенең ҡаны түгелеүҙә мин ғәйепле түгел, быға һеҙ яуаплы! – тине ул. – Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? – тип һораны уларҙан Пилат. Әммә улар тағы ла нығыраҡ ҡысҡырышты: – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башлағандар. Пилат баш руханиҙарға һәм халыҡҡа: – Мин был кешене ғәйепләрлек бер сәбәп тә күрмәйем, – тигән. – Нимә ул – хәҡиҡәт? – тип һораны Пилат һәм, ошо һүҙҙе әйткәс, яңынан йәһүдтәр алдына сыҡты. Уларға: – Мин был кешелә бер ниндәй ҙә ғәйеп күрмәйем. Пилат йәнә сығып, халыҡҡа: – Ҡарағыҙ! Уның бер ниндәй ҙә ғәйебен тапмауымды белдереү өсөн, Уны һеҙҙең алдығыҙға сығарам, – тине.
Выбор основного перевода