Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Уны үлтерәсәктәр, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тине. Шәкерттәр оло ҡайғыға төштө. Ул бында юҡ; Ул терелде. Галилеяла саҡта Уның үҙегеҙгә әйткән һүҙҙәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: «Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп бирелергә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға һәм өсөнсө көндә терелеп торорға тейеш», – тигәйне бит һеҙгә. Шул саҡ Ғайса әйткән һүҙҙәр ҡатындарҙың иҫтәренә төшкән. Шәкерттәре ул саҡта быны аңламаны, ә инде Ғайса данлы бөйөклөккә өлгәшкәндән һуң, Изге Яҙмала Уның хаҡында шулай яҙылған булыуын һәм Уны шулай ҡаршы алыуҙарын хәтерҙәренә төшөрҙө. Ә Минең исемемдән Атам ебәрәсәк Яҡлаусы – Изге Рух – һеҙҙе һәр нәмәгә өйрәтер һәм Мин һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә хәтерегеҙгә төшөрөр. Дауыт Уның тураһында былай тине: «Мин Раббыны һәр ваҡыт үҙ алдымда күрҙем. Ул минең уң яғымда, шуға күрә мин икеләнмәйем. Тәнен серетмәйенсә Уны үленән терелтеп торғоҙоуы тураһында иһә былай тигән: «Дауытҡа бирелгән изге һәм ышаныслы вәғәҙәне һеҙҙең өсөн тормошҡа ашырасаҡмын».
Выбор основного перевода