Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Шунан, шәкерттәре янына әйләнеп килеп, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлайһығыҙ, ял итәһегеҙме? – тине. – Әҙәм Улының гонаһлылар ҡулына тапшырылыр ваҡыты етте. Өсөнсө тапҡыр әйләнеп килгәс, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлайһығыҙ, ял итәһегеҙме? Етте! Ваҡыт килде: бына Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тапшырыла. Мәмерйә ауыҙынан ташты алып ҡуйҙылар. Ғайса юғарыға ҡарап: – Атам! Мине ишеткәнең өсөн рәхмәт! – тине. – Ғайса: – Әҙәм Улына данлы бөйөклөк бирелә торған ваҡыт етте! – тип яуапланы. – Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына китер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте. Ул сығып киткәс, Ғайса былай тине: – Бына хәҙер Әҙәм Улына данлы бөйөклөк бирелде һәм Уның аша Алла Үҙ бөйөклөгөндә күрһәтелде. Әгәр ҙә Алла Уның аша Үҙ бөйөклөгөндә күрһәтелгән икән, Ул Әҙәм Улының бөйөклөгөн Үҙендә күрһәтәсәк, һәм был тиҙ арала буласаҡ.
Выбор основного перевода