Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Быларҙың бөтәһен дә Ғайса халыҡҡа кинәйәле ҡисса итеп бәйән итте. Уларға Ул ҡисса менән генә һөйләне. Ғайса Алла һүҙен ошоға оҡшаш бик күп ҡиссалар ярҙамында халыҡ аңлаған тиклем һөйләне. Ул ҡисса менән генә һөйләне, ә шәкерттәре менән яңғыҙ ҡалғанда, уларға бөтәһен дә аңлатып бирҙе. Ғайса ошо кинәйәне һөйләне, ләкин фарисейҙар Уның нимә хаҡында һөйләгәнен аңламаны. Мин быны шуның өсөн әйттем: уларҙың ваҡыты еткәс, ошо хаҡта һөйләгәндәремде иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ. Элек быларҙы һөйләмәнем, сөнки һеҙҙең менән бергә инем. Ғазап сиккәненән һәм үлгәненән һуң, Үҙенең тере икәнлеген күп һанлы хаҡ дәлилдәр килтереп иҫбат итте, ҡырҡ көн буйына илселәренә күренде һәм Алла Батшалығы тураһында һөйләне.
Выбор основного перевода