Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Мин Атамдың әмерҙәрен үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, әмерҙәремде үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ. Ә беҙ барыбыҙ ҙа, йөҙөбөҙҙө бөркәнсек менән ҡапламайынса, Раббының балҡыусы данын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ һәм был дандың бер дәрәжәһенән икенсе юғарыраҡ дәрәжәһенә – Раббыға оҡшағандан оҡшай барып үҙгәртеләбеҙ. Ундай үҙгәреү Раббынан килә, ә Раббы ул – Рух. Уның һүҙен үтәгән кешелә иһә Алла мөхәббәте ысынлап та камиллыҡҡа өлгәшкән була. Шуның аша беҙ Уның менән аралашып йәшәүебеҙҙе беләбеҙ ҙә инде. Алланың әмерҙәрен үтәүебеҙ Уны яратыуыбыҙҙы күрһәтә лә инде. Ә Уның әмерҙәре ауыр түгел, Мөхәббәт ул Алланың әмерҙәре буйынса йәшәү. Һеҙ баштан уҡ ишеткән әмер ана шул, һәм һеҙ шуның буйынса йәшәргә тейеш.
Выбор основного перевода