Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3
Параллельные места
Етәксе намыҫлы тормош алып барған, ҡатынына тоғро ир, айыҡ аҡыллы, тотанаҡлы, ихтирам ҡаҙанған, ҡунаҡсыл, өйрәтеүгә маһир булырға тейеш, ул эсеп йөрөмәҫкә, һуғыш суҡмары ла, аҡса ҡоло ла булмаҫҡа, ә иғтибарлы һәм тыныслыҡ һөйгән, үҙ ғаиләһе менән оҫта идара иткән, балаларын ихтирамға лайыҡ, тыңлаусан итеп тәрбиәләргә бурыслы. Әгәр үҙ ғаиләһе менән идара итә белмәһә, Алла берҙәмлеге хаҡында нисек хәстәрләй алыр? Етәксе ҡупайып китеп Иблис төшкән хөкөмгә дусар ителмәһен өсөн, ул иманға яңы ғына килеүселәр араһынан булырға тейеш түгел. Ғәйеп тыуҙырмау һәм Иблис тоҙағына эләкмәҫ өсөн, етәксенең иман тотмаусылар араһында ла даны яҡшы булыуы мотлаҡ. Раббыға хеҙмәт итеүсе талашырға тейеш түгел. Ул бөтәһенә ҡарата ла яғымлы, өйрәтеүгә маһир, түҙемле булырға, өйрәтеүҙәргә ҡаршы сығыусыларҙы ипле генә төҙәтергә тейеш, Алла тарафынан бәлки уларға ла хәҡиҡәтте танып белеү өсөн тәүбә бирелер, шулай иткәндә, улар иҫкә килеп үҙ ихтыярына буйһондорған Иблис тоҙағынан ҡотолор.
1 2 3
Выбор основного перевода